Өфөлә Башҡортостан Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге журналистар премияһы лауреаттары билдәләнде. 2024 йыл өсөн абруйлы наградаға «Башҡортостан» телерадиокомпанияһының «Башҡорт каникулдары» проектының ижади төркөмө, «Ашҡаҙар» гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук лайыҡ булды. Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында ойошторолған тантанала БЮТ ижади төркөмө лә булды. Лауреттарҙың тәьҫораттарын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбулллина уртаҡлашты.
«Башҡорт каникулдары» проекты коронавирус пандемияһы осоронда барлыҡҡа килеп, телевидение, интернет киңлектәрендә тоғро тамашасыларын тапты. Башҡортостандың хозур тәбиғәте, иҫтәлекле урындары буйлап сәйәхәткә саҡыра ул. Тапшырыу алып барыусылары яңы сәфәр маршруттары асып, тәьҫораттары, ял хаҡтары менән уртаҡлаша. Төбәк башлығы грантына тормошҡа ашырылған проект өҫтөндә көслө команда эшләй. Берҙәм ижади төркөм журналистика өлкәһендә иң юғары награда - Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына лайыҡ булды. Лауреаттар исемлегендә - «Башҡортостан» телерадиокомпанияһынан 7 коллегабыҙ.
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһына «Ашҡаҙар» гәзите баш мөхәррире Рәмил Мансуров та лайыҡ булды. Махсус хәрби операция биләмәһендә булып, заман батырҙары тураһында мәҡәләләр яҙған журналист аҡсалата дәртләндереү сараһының бер өлөшөн Стәрлетамаҡта «Беҙ бергә» спорт-мәҙәни фестивален ойоштороуға йүнәлтергә ниәтләй. Шулай уҡ тантаналы сарала бүләкләнеүселәр араһында «Башинформ» агентлығының махсус хәбәрсеһе Роман Якимчук та бар..
Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге Хөкүмәт премияһының 35 йыллыҡ тарихы бар. Ваҡыт уҙған һайын уның абруйы, статусы арта ғына. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса быйыл премия күләме 500 мең һумға тиклем арттырылды. Конкурсҡа тәҡдим ителгән эштәр ҙә ике тапҡырға күберәк булған. Көслө авторҙар араһында иң-иңдәрен билдәләргә тура килә.
Тантаналы сара быйыл да күренекле дәүләт һәм йәмәғәт эшмәкәре, шағир һәм журналист Шәһит Хоҙайбирҙиндың йорт-музейында ойошторолоп, биләмәлә урынлашҡан бюсҡа сәскә һалыу менән тамамланды.
Гөлназ Хәйбуллина