Саҡмағош районы ауылында йәшәүселәр урындағы иҫке спорт залын төҙөкләндерҙе

Ҡарайеректәр тотош ауыл менән спортҡа баҫты. Саҡмағош районы ауылында йәшәүселәр урындағы иҫке спорт залын төҙөкләндерҙе.

Бинаның эске яғын үҙ көстәренә ремонтлаһалар, тыштан рәткә килтереү өсөн урындағы башланғыстарға ярҙам программаһында ҡатнашҡандар. Дәүләт аҡсаһына фасад яңыртылған, пластик тәҙрәләр ҡуйылған. Яҡтыртыу һәм йылытыу селтәрҙәре лә алмаштырылған. Ремонт тотош ауыл халҡы менән бергә эшләнгән. Спорт залын асыу көнөндә Ҡарайеректәр волейбол турниры ойошторҙо.

Хәҙер волейболды ҡышҡыһын да уйнарға мөмкин. Бында эргә-тирәләге ауылдар, хатта күрше район спортсылары ла йөрөй башлаған. Киләсәктәр сиктәш Татартстан командалары менән матчтар уҙғарыу ҙа планлаштырылған.