Өфөлә сығарылыш класс уҡыусылары «Имтиханды 100 балға!» онлайн-консультацияла ҡатнашты

Сараны Берҙәм дәүләт имтиханы тәртибен булдырған Мәғариф һәм фән өлкәһендә күҙәтеү буйынса Федераль хеҙмәт белгестәре ойошторған. Онлайн бәйләнеш аша уҡысыуларға һынауҙа яңы күнегеүҙәр һәм баһалау ҡағиҙәләре еткерелде. Бынан тыш, ойошторусылар имтиханға әҙерләнеү өсөн файҙалы платформалар менән бүлеште. 14 октябрҙә башланған сара ун көн дауам итә. Имтихандың яңы материалдары менән уҡытыусылар ҙа таныштырыласаҡ.