Өфө фән һәм технологиялар университетында Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан флешмоб ойошторолдо. Студенттар, аспиранттар, педагогтар университет алдында «Күкрәгемдән ҡоштар осорам» шиғырын яттан һөйләне. Данлыҡлы шағир иҫтәлегенә арналған саралар теҙмәһе республикала артабан дауам итә. 20 октябргә тиклем Мостай Кәримдең шәхесенә һәм ижад юлына арналған хәтер кисәләре, ғилми-ғәмәли конференциялар, спектаклдәр һәм әҙәби осрашыуҙар ойоштороу күҙаллана.