Башҡортостан “Рәсәй – спорт державаһы” форумын ҡабул итә

Иртәгә Өфөлә халыҡ-ара конгресс башлана. Уның девизы – “Спорт. Ғаилә. Рәсәй”. Был һүҙҙәр сәләмәт тормош рәүешен һайлауҙы, ғаилә ҡиммәттәрен хөрмәтләүҙе һәм тыуған илебеҙ өсөн ғорурлыҡты сағылдыра. Форумда 100 илдән 5 мең делегат ҡатнаша. Ҙур сара барышында спорт ярыштары, мәҙәни программа, эшлекле сессия һәм Президент ҡарамағындағы Физик культура һәм спорт буйынса Совет ултырышы уҙғарыла. Шулай уҡ ҙур күргәҙмә ойошторола. Өфөгә БРИКС, ШОС һәм Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илдәренән вәкилдәр, Азия Олимпия советының милли олимпия комитеттары етәкселәре килә. Форум Рәсәй президенты Владимир Путин ҡатнашлығында үтә.