Өфөләге Шаҡша күперен ябыу ваҡыты үҙгәрҙе

23 октябрҙән объектта машиналар йөрөшө туҡтатыла. Ошоға тиклем транспорт хәрәкәтен 20 октябрҙә сикләү ҡарала ине. Техник сәбәптәр арҡаһында был дата үҙгәртелде. Күпергә капиталь ремонт “Хәүефһеҙ сифатлы юлдар” милли проектына ярышлы үткәрелә. Водителдәргә М-5 “Урал” федераль трассаһы – Нуғай шоссеһы, Көнсығыш сығыу юлы аша йөрөргә тәҡдим ителә. 23 октябрҙән Князев кисеүендә йылға паромы эшләй башлай. Ул 11 еңел машина һәм 77 кешене һыйҙыра ала. Паром иртәнге сәғәт 8-ҙән киске 6-ға тиклем йөрөй. Янғын һүндереү һәм ашығыс медицина ярҙамы машиналары йылға аша тәүлек әйләнәһе сығарыла. Өфө агломерацияһы тирәләй 54 ҡала яны поезы йөрөй. Уларҙың утыҙ бише Дим – Шаҡша маршруты буйынса хәрәкәт итә.