Был турала бөгөн Парламенттың Президиум ултырышында белдерелде. Депутаттар ҡарамағына 5 тиҫтәнән ашыу документ сығарылды. Закон проекттары араһында социаль йүнәлештәгеләр күп. Мәҫәлән, физик мөмкинлеге сикләнгәндәргә ярҙамға кеше беркетеү тураһында. Инвалидтың ярҙамға мохтажмы, юҡмы икәне Башҡортостандың Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы тарафынан билдәләнәсәк.
Бынан тыш, физик мөмкинлеге сикләнгәндәрҙе социаль адаптация маҡсатында уларҙы мәшғүллеген тәьмин итеү мәсьәләһе күтәрелә. Президиум ултырышында шулай уҡ айти белгестәргә һалым ташламалары тәҡдим итеү тураһындағы ҡануни проект та тикшерелде. Ә иң төп закон проекты булып бюджет тураһындағы документ тора, 2025 йылда бюджеттың килем өлөшө 323 миллиард 700 миллион һум тирәһе, ә сығымдар 328 миллиард һумға яҡын булыр тип көтөлә.