Ишембай районының Ҡолғона ауылында урындағы ирекле янғын һүндереү командаһы техникаһы өсөн гараж асылды. Гаражда шулай уҡ мәктәп абтобусы һәм табип амбулаторияһы автомобиле өсөн урын ҡаралған. Бина тиҙ төҙөлә торған конструкцияларҙан күтәрелгән. Проект республика Башлығы тарафынан хупланған. Символик асҡысты ауыл советы башлығына төбәк Хөкүмәте вице-премьеры вазифаһын башҡарыусы Азамат Абдрахманов тапшырҙы.