Бөрө районының «Бәрәкәтле ялан»да йәшәүселәр цивилизациянан ситтә ғүмер итеүгә өҫтөнлөк бирә

Ҡала шау-шыуынан урманға. Бөрө районында бынан 22 йыл элек барлыҡҡа килгән «Бәрәкәтле ялан» биләмәһендә йәшәүселәр ғаилә, тыуған ер кеүек ҡиммәтәрҙе һаҡлап ғүмер итә. Дәүләттән икешәр гектар ерҙе 49 йылға ҡуртымға алып улар цивилизациянан ситтә ғүмер итеүгә өҫтөнлөк бирә. Улар ниндәй маҡсаттар менән йәшәй? БЮТ хәбәрсеһе Рәмилә Исмәғилева ҡыҙыҡһынды.

Кедр ағасын Әлфиә Әхмәтйәнова ҡышҡылыҡҡа ҡар һындырмаһын өсөн ҡаплап ҡуя. Үҫентеләргә йәй буйы һыу һибә, беҙҙең климатҡа ауыр яраҡлашҡан ағастаҙы тырышып ҡарап 55 төпкә еткергән. 12 йыл Италияла йәшәп ҡайтҡан 76 йәшлек ханым тыуған ерҙең ҡәҙерен белә . Бөрө районындағы «Бәрәкәтле ялан» нәҫел биләмәләрендә ике гектар ер алып йорт һалған, унда кедрҙан тыш йәшелсә, емеш-еләк үҫтерә.

Әлфиә Әхмәтйәнованың күршеһендә генә Одинцовтар ғаиләһе йәшәй. Күрше тигәс тә, бында йорттар яҡын урынлашмаған. Һәр кем үҙенең ике гектар биләмәһендә йорт һалып, баҡса үҫтереп көн итә. Ҡалалағы бар уңайлыҡтары булған фатирҙарын ҡалдырып ғаиләнең тәбиғәт ҡосағын күсеүенә ун йыл була. Тәбиғи аҙыҡҡа өҫтөнлөк бирелә, табындағы һәр ризыҡ тигәндәй баҡсанан. Май ҙа магазиндан түгел, уны ла үҙҙәре һығып ала.

Красноя поляна поместьеһында һатып алғайныҡ был аппаратты. Көнбағыш, етен, ҡабаҡ һәм башҡа майҙар һығабыҙ. Сәләмтәлек өсөн файҙалы. беренсенән, һыҡҡанда күп көс кәрәк- был фитнес залды алыштыра, икенсенән, химия ҡушылмай.)

Анатолий Одинцов

Ерҙе органик ашлама менән генә эшкәртәбеҙ. Һыуҙы шишмәнән эсәбеҙ.

Светлана Лещина

Райондағы Бәрәкәтле ялан поместьеһы 181 гектар тәшкил итә. 22 йыл элек барлыҡҡа килгән кооперативҡа бөтәһе 11 ғаилә ингән. Өлкәндәр балаларға боронғо кәсептәрҙе өйрәтә, уларҙа тыуған ергә һөйөү тәрбиләргә тырыша.

Беҙ тәүгеләрҙән булып урман эсенә йәшәргә күстек. Ҡамышты үреү серҙәренә өйрәтәм. Тәбиғи материалдан төрлө һауыт-һаба килеп сыға.

Людмила Черникова

Поместье халҡы ҡул эштәрен, үҙҙәре етештергән май һәм башҡа әйберҙәрҙе һатыуға ла сығара. Башлыса бөтә эш көндөҙ башҡарыла, сөнки йорттарға электр уты үткәрелмәгән. Был бурысты улар үҙ көстәре менән башҡарып сығарға ниәтләп тейешле органдарға мөрәжәғәт иткән. Поместье өсөн трансформатор ҡуйылған. Биләмәләрҙә йәшәүселәр йыйған аҡсаға бағаналар ултыртылған.

Мин алыҫ яҡтарҙа йәшәп пенсияға сыҡҡас тыуған яғыма йәшәргә ҡайттым. Бында бал ҡорттары үрсетәм. Тик электр булмауы бер аҙ уңайһыҙлыҡ тыуҙыра.

Василий Груздов

Әлегә «Бәрәкәтле биләмә» халҡы ҡояш батареяларынан алған энергияны ҡуллана. Киләсәктә улар һәр йортҡа электр уты килеп етеренә өмөт итә. Тик уның өсөн бер миллион һум тирәһе аҡса талап ителә.

Рәмилә Исмәғилева