«Салауат Юлаев» клубы ситтәге уйындар шәлкемен дауам итә

Бөгөн яҡташтарыбыҙ Астанала урындағы «Барыҫ» командаһы менән осраша. Быға тиклем юлаевсылар Мәскәүҙә өс осрашыу үткәреп, «Спартак» клубын ғына еңеүгә ирешкәйне. Бөгөнгө уйындан алдағы «Динамо» менән осрашыу ҡаршы команда файҙаһына 2:4 иҫәбе менән тамамланды. Йәғни, Өфө клубы Мәскәү турнеһынан 2 мәрәй йыйҙы. Бөгөнгө уйынды Башҡортостан юлдаш телевидениеһы тура эфирҙа күрһәтә. Ярыш киске сәғәт 7 тула 10 минутта башлана.