Пушкин һәм Совет урамдарының айырым өлөштәрендә хәрәкәт сәғәт 12-нән сикләнә, тип хәбәр итәләр ҡала хакимиәтенән. Йәмәғәт транспорты йөрөшөндә лә үҙгәрештәр була. Сикләү "Рәсәй - спорт державаһы" форумын уҙғарыуға бәйле ҡабул ителә. Конгресс иртәгә башлана һәм 19 октябргә тиклем бара.