ЗАГС идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, 14 октябргә республикала Әмир атлы 459 малай, Әминә исемле 362 ҡыҙ тыуған. Ата-әсәләр малайҙарға йышыраҡ Тимер, Марк, Артем һәм Эмир исемдәрен ҡушҡан. Ҡыҙҙарға София, Ева, Әмилә һәм Арина исемдәре бирелгән. Эмзар, Дауыт, Закир, Роланд, Лукьян, Ғәйшә, Тылсым, Бибиәминә тигән һирәк исемдәр бар.