Стәрлетамаҡта хәрби контракт төҙөүселәр өсөн түләү арттырылды

Хәҙер  ҡаланан 400 мең һум бирелә, тип хәбәр итәләр хакимиәттән. "СтәрлетамаҡВодоканал" контракт төҙөүсе хәрбиҙәргә - 200, Ҡала мәҙәниәт һарайы - 205 мең һум түләй. Бынан тыш, Оборона министрлығынан 400 мең һум, Башҡортостандан 505 мең һум ҡаралған.  Был аҙнала  Өфө  ҡалаһында  ла хәрби килешеү төҙөүселәргә түләү 100 мең һумға арттырылды.