Күләмле сараларҙа ҡатнашыу өсөн бөгөн Башҡортостанға төрлө йылдарҙа уҙған Олимпия уйындары чемпиондары, призерҙары һәм ҡатнашыусылар, шулай уҡ йәш спортсылар килде. Ҡунаҡтарҙы баш ҡала аэропортында тантаналы ҡаршы алдылар. Спортсылар менән бергә форумға яңыраҡ отставкаға китеүе тураһында белдергән Рәсәй Олимпия комитеты башлығы Станислав Поздняков та килде. Ойоштороусылар билдәләүенсә, форумдың девизы сәләмәт йәшәү рәүешен һәм ғаилә ҡиммәттәренә тоғролоҡто, илебеҙ өсөн ғорурлыҡты сағылдыра. Форумда ҡатнашыу өсөн Өфөгә донъяның 100 иленән бөтәһе 5 мең делегат килеүе көтөлә.