Ауылда табип амбулаторияһы эш башланы , янғын һүндереү һәм башҡа социаль хеҙмәттәр техникаһы өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы бокс асылды. Ҡолғоналарҙың шатлығын БЮТ ижади төркөмө лә уртаҡлашты. Был хаҡта тулыраҡ киләһе яҙмала.
Ҡолғона ауылындағы яңы табип амбулаторияһы «Һаулыҡ һаҡлау өлкәһенең беренсел звеноһын модернизациялау» төбәк программаһы буйынса төҙөлгән. Яңы модулле табип амбулаторияһы ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә ҡоролған. Бинаның дөйөм майҙаны 211 квадрат метр.
Табип амбулаторияһында алты ауылда йәшәүсе 1411 кешегә сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеләсәк. Заманса йыһазландырылған медицина учреждениеһы ауыл халҡы өсөн бик кәрәкле социаль объект.
Пациенттарҙы терапевт , педиатр, стоматолог һәм башҡа белгестәр ҡабул итәсәк. Ҡатын-ҡыҙҙарҙы ҡарау, прививка яһау һәм процедура кабинеттары, көндөҙгө стационар палатаһы ла бөтә талаптарҙы иҫәпкә алып төҙөлгән. Амбулаторияла теркәү, дарыухана пункты бар, температураһы булған пациенттар айырым ҡабул ителәсәк. Медицина учреждениеһы табиптар һәм шәфҡәт туташтары менән тулыһынса тәьмин ителгән. Белгестәр заманса шарттарҙа халыҡҡа сифатлы медицина ярҙамы күрһәтә башлаясаҡтарына шат.
Был көндө ауыл халҡы тағы ла бер ҙур бүләк алды. Ҡолғонала янғын һүндереү һәм башҡа социаль хеҙмәттәр техникаһы өсөн тәғәйенләнгән күп функциялы йылы гараж асылды. Сарала ҡатнашҡан ҡунаҡтар бина тирәләй ҡарағай ағастары ултыртты.
Сара ауыл мәҙәниәт йортонда республиканың билдәле артистары һәм райондың ижади коллективтарының ҙур концерты менән тамамланды.
Гүзәл Борханова