Өфө эргәһендәге «Ясная Поляна» һәм «Белый аист» биләмәләрендәге юл участкалары ҡырсынташ менән тигеҙләнде, соҡорҙар ямалды. Йыл аҙағына тиклем төбәктә баҡсасылыҡ ширҡәттәренә тиклем 26 км юл төҙөкләнедереләсәк. Был Нефтекама, Благовещен ҡалалары эргәһендәге, Шишмә, Иглин, Өфө райондарындағы юл участкаларына ҡағыла.
Йыл аҙағына тиклем республикала 72 баҡсасылыҡ ширҡәттәренә тиклем юл яңыртыла. Төҙөкләндереү талап ителгән участкалар исемлеген раҫлаусы комиссия булдырылған. Муниципаль берәмек вәкилдәре, республиканың Транспорт һәм юл хужалығы министрлығы белгестәре һәм баҡсасылар ширҡәттәре вәкилдәре иғтибар талап ителгән юлдарҙы билдәләй.