Ҡандракүл акваторияһы буйлап рейд ваҡытында инспекторҙар 58 ҡыҫала ауына юлыҡҡан

Тотолған бөтә табыштың ауырлығы 60 килограмм самаһы. Хеҙмәткәрҙәр уларҙы кире һыуға ебәргән. Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, айырыуса һаҡланған тәбиғәт биләмәһендә ау менән балыҡ һәм ҡыҫала тотоу бөтөнләй тыйыла. «Асылыкүл» тәбиғәт паркы етәксеһе Гүзәл Ғилманова һүҙҙәренсә, Туймазы районындағы күлдә бындай күсмә тикшереүҙәр контроль һөҙөмтәлелеген арттырыу өсөн даими үткәрелә. Ҡағиҙә боҙоусыларҙы асыҡлау өсөн инспекторҙар төбәктәргә тәүлек әйләнәһенә сыға, сөнки браконьерҙар ау һәм мурҙаларҙы көндөҙ генә түгел, төндә лә ҡуя ала.