Өфөлә Шәйехзада Бабич исемендәге республика дәүләт йәштәр премияһы лауреаты, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың яҙыусылар союзы ағзаһы, шағир һәм журналист Рәйес Түләковтың тыуыуына 65 йыл тулыуға арналған «Утлы йөрәк» тип аталған түңәрәк өҫтәл уҙҙы.
Хәтер кисәһендә уның яҡындары, әҙәбиәт белгестәре, яҙыусылар, курсташтары, студенттар ҡатнашты. Рәйес Түләков 1959 йылдың 14 октябрендә Баймаҡ районы Буранбай ауылында тыуған. 1987 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлап, ауыл мәктәптәрендә, Сибай педагогия колледжында һәм институтында уҡытҡан. 2000 йылдан «Тамаша» журналында, «Башҡортостан» гәзитендә һәм башҡа матбуғат баҫмаларында эшләгән. Рәйес Түләк башҡорт шиғриәтенә «Ирәндек таңдары» исемле шиғырҙар китабы менән аяҡ баҫҡан. Уның шиғырҙарының төп темаһы Башҡортостан һәм милләт яҙмышы хаҡында. «Ҡашмау йәки «Йүгәнем бар - атым юҡ“«, «Егет һүҙе», «Буранбайҙың яҙған хатын уҡып» һәм башҡа йыйынтыҡтары донъя күргән. Әҙип 2007 йылдың 31 мартында Өфөлә вафат булған.