Башҡортостанда «Мостай Кәримдең автографлы китаптары» күргәҙмәһе асылды

Башҡортостан Милли әҙәбиәт музейының филиалы Мәжит Ғафуриҙың мемориаль йорт-музейында «Мостай Кәримдең автографлы китаптары» күргәҙмәһе асылды.

Сара Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыуға арнала. Күргәҙмәне асыу тантанаһында ҡасандыр әҙиптән автограф алыу бәхетенә ирешкән яҙыусылар, билдәле шәхестәр, китап уҡыусылар ҡатнашты.Улар күңел түрҙәрендә һаҡланған был иҫтәлекле ваҡиға тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашты. Экспозицияла шулай уҡ Мостай Кәримдең үҙ ҡулдары менән яҙған хаттары, ҡулъяҙмалары, һирәк осраған фотоһүрәттәре менән дә танышырға мөмкин. Күргәҙмә ноябрь аҙағынаса дауам итә.