Программала ултырыштар, түңәрәк өҫтәл, мәҙәни һәм спорт саралары ҡаралған. Бөгөн Рәсәй олимпия комитеты спортсылары комиссияһы ултырышы уҙғарыла. Бында халыҡ-ара спорт майҙанындағы хәлдәргә баһа бирелә. Бөгөн "Киләсәк уйындары трофейы юлы" тигән халыҡ-ара спорт проекты старт ала. УАЗ автомобилдәре кортежы Рәсәйҙән 2025 йылда Киләсәк уйындарын ҡабул итеүсе Берләшкән ғәрәп әмирлектәренә тиклем бара. Юлдың тәүге этабы Өфөнән башлана. Бөгөн форумдың пленар ултырышы була. Унда спортты комплекслы үҫтереү стратегияһы ҡарала.