Башҡортостан "Рәсәй - спорт державаһы" форумында ҡатнашыусыларҙы ҡаршы алды

Бөгөндән Өфө Рәсәй спорт үҙәгенә әүерелде. Бөтә илдән 200-ҙән ашыу Олимпия чемпионы һәм тренеры килә, форумда 100 илдән 5 меңдән ашыу кеше ҡатнаша. Был көндәрҙә  бай спорт программаһы ҡаралған. Керлинг буйынса Бөтә Рәсәй ярыштары, Профессиональ бокс кисәһе, Бөтә Рәсәй йәйәү йөрөү көнө, Ишкәкселәр ярышы, баскетбол буйынса Рәсәй  чемпионаты матчы була.