Радий Хәбиров "Рәсәй-спорт державаһы" форумында ҡатнашыусыларҙы сәләмләне

- Ил президенты Владимир Путин ҡарары менән сараны уҙғарыу урыны итеп тәүге тапҡыр Өфө  һайланды.  Был - беҙҙең республика  өсөн иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе.  Төрлө илдәрҙән 5 мең кеше  килде. Улар  спорт үҫешенә ҡағылышлы  көнүҙәк проблемалар буйынса  фекер алыша, тәжрибә уртаҡлаша, - тине Радий Хәбиров. "Рәсәй - спорт державаһы" форумында ил етәксеһе ҡатнаша. Владимир Путин етәкселегендә Физик культура һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышы үтергә тейеш. Өфөлә  форум бөгөн башланды һәм 19 октябргә тиклем бара.