Өфө аэропорты рейсҡа иртәрәк килергә кәңәш итә

"Рәсәй - спорт державаһы" форумы уҙғарылыуға бәйле ҡалала урамдар өлөшләтә  ябыла, транспорт йөрөшө үҙгәрә. -Рейстарға һуңламаҫ өсөн юлға иртәрәк сығырға кәңәш итәбеҙ, - тип хәбәр итәләр аэропорттан. Халыҡ-ара форум Өфөлә бөгөндән 19 октябргә тиклем бара.