Ошо көндәрҙә Красный Луч ҡалаһындағы тағы бер урамда ремонт тамамланды. Быйыл Башҡортостанда юлсылары 27 участканы тәртипкә килтерергә тейеш. Бөгөнгә 17 километр ярым юл төҙөкләндерелгән. Луганск халыҡ республикаһында юлдарҙы төҙөкләндереү эштәре Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров ҡушыуы буйынса алып барыла.