Бөгөн Башҡортостан «Рәсәй - спорт державаһы» XII халыҡ-ара форумы ҡунаҡтарын һәм ҡатнашыусыларын ҡабул итә. Илебеҙ Президенты Владимир Путин ҡарары буйынса уны үткәреү урыны итеп тәүге тапҡыр Өфө һайланды.
Был республикабыҙ өсөн иң ҙур ваҡиғаларҙың береһе, ул донъяның спорт картаһында сағыу нөктәгә әйләнә. Беҙгә төрлө ҡитғаларҙан 5 мең самаһы кеше килде. Форум барышында улар тармаҡты үҫтереүҙең көнүҙәк мәсьәләләрен тикшерә, тәжрибә һәм идеялар менән уртаҡлаша.
Беҙ спорттың бөйөк геройҙарын - Олимпия, донъя чемпиондарын, билдәле тренерҙарҙы сәләмләүгә айырыуса шатбыҙ.Был көндәрҙә республикабыҙ халҡы йәнә Башҡортостандың данлыҡлы ҡунаҡсыллыҡ традицияларын күрһәтер, тип ышанам. Шуныһы мөһим, «Рәсәй - спорт державаһы» форумы ғәҙәттәгесә, илебеҙ етәксеһе ҡатнашлығында үтә. Өфөлә Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын үткәрәсәк, ә беҙ дәүләт башлығына Өфөнөң 450 йыллығына төҙөлгән ҙур спорт объекттары - Көрәш һарайын, Фехтование үҙәген һәм Ишкәкле слалом комплексын күрһәтәсәкбеҙ. Был заманса универсаль спорт комплекстары форумдың матур мираҫы булып ҡаласаҡ, балаларыбыҙҙың спортҡа килеүенә һәм иң яҡшы шарттарҙа шөғөлләнеүенә булышлыҡ итәсәк.