«Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумы сиктәрендә 40-тан ашыу сара үтәсәк. Улар иҫәбенә спорт ярыштары, мәҙәни программа һәм эшлекле сессиялар инә.
Бөгөн Рәсәй Олимпия комитеты спортсылары комиссияһының киңәйтелгән ултырышы үтте. Комитет президенты Станислав Поздняков залға йыйылыусыларға мөрәжәғәт итеп, данлыҡлы олимпиясылар менән бергә, бында Рәсәйҙең Олимпия резервы вәкилдәре булыуын да иҫкә төшөрҙө.
Шулай итеп, быуындарҙың күсәгилешлеге тәьмин ителә, белем һәм тәжрибә уртаҡлашыу майҙаны булдырыла. Һуңғы йылдарҙа ватандаштарыбыҙҙы төрлө сәбәп менән Олимпия уйындарынан ситләтергә маташалар. Быйыл да Париждағы йәйге уйындарҙа Рәсәйҙән 15 кенә спортсы гимнһыҙ һәм нейтраль фраг аҫтында сығыш яһаны. Сикләү саралары шулай уҡ Белоруссия вәкилдәренә лә ҡағылды. Ҡатмарлыҡтарға ҡарамаҫтан рәсәйҙәр һәм белорустар бер ҙур олимпия ғаиләһе булып ҡала. Үҙ юлыбыҙҙы һайлап, беҙ берҙәм алға барабыҙ, тине Рәсәйҙең элекке спорт министры Олег Матыцин. Ҡунаҡтар Башҡортостандың күләмле форумға әҙерлеген дә юғары баһаланы.
Ултырышта Белоруссия вәкилдәре лә ҡатнашты. Белоруссия милли олимпия комитеты президенты Виктор Лукашенко ойоштороусыларға Өфөгә саҡырғандары өсөн рәхмәт белдерҙе. Осрашыуҙа ике илдең халыҡ-ара спорт аренаһына ҡайтыу перспективалары, өҫтәмә белем, карьера тамамлағандан һуң шәхси үҫеш мөмкинлектәре мәсьәләләре күтәрелде.