Уны тегеү идеяһы Бишбүләк районының Михайловка ауылы уҡытыусыларында быйыл февралдә барлыҡҡа килә. Әлеге көнгә тиклем яугирҙарға илленән ашыу дронға ҡаршы юрған тапшырылған. Улар беҙҙең яҡташтарҙы тепловизорҙан 15-20 минут дауамында һаҡлай ала. Шулай уҡ ирекмәндәр гуманитар ылау йыя, маскировка селтәрҙәре үрә, һалдаттарҙың йөҙөн ҡаплар өсөн капюшонлы оҙон плащтар тегә. Ул, юрған кеүек үк, күп функциялы - квадрокоптерҙан һаҡлай һәм палатка булып та хеҙмәт итә ала.
Бишбүләк районының 26 ауылында 30-ҙан ашыу ирекмәндәр ойошмаһы эшләп килә. Бер маскировка селтәрен үреүгә ике сәғәт ярым самаһы ваҡыт талап ителә. Эште башлағанда туҡыма һатып алыу өсөн тәүҙә үҙ аҡсаларын файҙаланһалар, Башҡортостан башлығының тура трансляцияһына мөрәжәғәт иткәндән һуң, ирекмәндәргә 900 мең һум аҡса бүленә. Яңыраҡ тағы миллион һумға яҡын ярҙам күсерелгән. Был суммаға кәрәкле ҡоролмалар һәм туҡыма һатып алынған.