Росреестрҙың Башҡортостан буйынса идаралығы документтарҙы электрон форматта тапшырыу буйынса инструкциялар әҙерләне. Бөгөн республикала күсемһеҙ милеккә ғаризаларҙың яҡынса 60 проценты һанлы форматта килә. Хәҙер ғаризаларҙың бөтә төрҙәренә дәүләт хеҙмәттәре порталы аша дәүләт асҡысы ҡушымтаһы ярҙамында ҡул ҡуйырға мөмкин. Шулай уҡ Росреестр сайтындағы шәхси кабинетта ҡайһы бер ғаризаларҙы электрон ҡултамғаһыҙ тапшырырға ла була.