«Рәсәй-спорт державаһы» форумының тәүге көнөндә Өфөлә фехтование үҙәге асылды. Үҙәк баш ҡаланың 450 йыллығына арналған объекттарҙың береһе. Ике ҡатлы бинала 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуна, тренажер, конференция залдары, медицина бүлеге урынлашҡан. Заманса комплекста фехтование буйынса Рәсәй һәм халыҡ-ара ярыштары уҙғарыласаҡ. Тулыраҡ мәғлүмәт БЮТ хәбәрсеһе Флорида Ким яҙмаһында.
Өфөлә фехтование үҙәген асыу тантанаһы «Рәсәй -спорт державаһы» халыҡ-ара форумының сағыу өлөшө. Көтөп алынған спорт объекты матурлығы, ҙурлығы менән һоҡландыра.Рапирасылар, спортсылар, ҡунаҡтар объекттың мөмкинлектәре менән танышып тәьҫораттары менән уртаҡлашты.
Фехтование үҙәген асыуҙа Рәсәй хөкүмәте рәйесе урынбаҫары Дмитрий Чернышенко, Рәсәй спорт министры Михаил Дегтяров ҡатнашты. Улар республика халҡын ҙур спорт байрамы менән тәбрикләп, фехтование үҙәгендә ойошторолған «Салауат ҡылысы» ярышына старт бирҙе.
Фехтование үҙәген төҙөү тураһындағы ҡарарҙы төбәк етәксеһе Радий Хәбиров 2020 йылда Токиола XXXII йәйге Олимпия уйындарында алтын миҙал яулаусы рапирасылар Аделина Заһиҙуллина һәм Тимур Сафин менән осрашҡан саҡта ҡабул итте. Яңы объект төбәктә спорт менән шөғөлләнеүселәр исемлеген байытып, сәләмәт тормошто пропагандалауға тағы ла бер этәргес булып тора.
Халыҡтар дуҫлығы проспектында урынлашҡан объектты төҙөү өсөн миллиард һумдан ашыу аҡса тотонолған. Федераль үҙәк ярҙамында сафҡа индерелгән бинала 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуна, тренажер, конференция залдары, медицина бүлеге урынлашҡан.
Башҡортостанда фехтование мәктәбе бик көслө, тәрбиәләнеүселәр араһында Олимпия уйындары еңеүселәре һәм призерҙар байтаҡ. Яңы объект урындағы халыҡты спортҡа йәлеп итеп, фехтованиела яңынан - яңы йондоҙҙар асасағына ышаныс бирә.
Флорида Ким