Өфөнөң Ишеү слаломы үҙәге тәүге күләмле спорт сараһы - «Ҡурай иле» Халыҡ-ара ярыштарын ҡабул итте

Турнирҙың тәүге көнөндә спортсылар квалификациялы йөҙөү һәм «Экстрим-слалом» дисциплинаһында үҙ көсөн һынап ҡараны. Ике көнлөк ярыштар «Рәсәй - спорт державаһы» форумы сиктәрендә уҙғарыла. Ярыш барышын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте.

Өфөләге ишеү слаломы үҙәгендә квалификациялы йөҙөү ойошторолдо. Тау йылғаһын хәтерләткән трасса аша тәүгеләрҙән булып Токиолағы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева үтте. Рәсәйҙең йыйылма командаһы спортсыһы яңы канау мөмкинлектәрен юғары баһаланы. «Был республика өсөн генә түгел, тотош ил өсөн күптән көтөп алынған ваҡиға»,-тине ул.

Ағым көслө, канауҙа секундына 8 кубометр һыу ҡулланыла. Гидротехник ҡоролмалар уны тағы ла юғарыраҡ һөҙөмтәгә еткерә. Старт һыҙығынан финишҡа тиклем 260 метр. Спортсыларға ҡапҡалар аша барлыҡ ҡаршылыҡтарҙы үтергә кәрәк.

«Ҡурай иле» тип исемләнгән Халыҡ-ара ярыштарҙа Рәсәй төбәктәренән тыш, Ҡаҙағстан, Белоруссия һәм Үзбәкстан спортсылары ҡатнаша. Командалар һыуҙың йылы булыуына һөйөнә. Сатлама һыуыҡтарҙа ла ул туңмай. Шуға күрә лә ишеү слаломы буйынса комплекс йыл әйләнәһенә эшләйәсәк.

Ишеү слаломы олимпия уйындары төрөнә ҡарай. Башҡортостанда төҙөлгән комплекс - Рәсәйҙә иҫәп буйынса икенсе, бында буласаҡ чемпиондар тәрбиәләү ҡаралған. Спорт сараһын асыу тантанаһында федераль һәм төбәк башҡарма власть органдары, Рәсәйҙең ишеү слаломы буйынса федерацияһы етәкселеге лә ҡатнашты.

Объект яҡшы, сифатлы төҙөлгән. Республикала спорт үҫешенә ҙур этәргес. Ишеү слаломы менән ни тиклем күберәк бала шөғөлләнһә, киләсәктә чемпиондар ҙа шул тиклем күп буласаҡ. Бында уҡыу-күнекмәләрҙән тыш, Рәсәй һәм Халыҡ-ара кимәлдәге ярыштарҙы даими уҙғарыу ҡаралған.

Сергей Папуш, Рәсәйҙең ишеү слаломы федерацияһы президенты

Ишеү слаломы үҙәге Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашҡан. Урындағы халыҡ күләмле ярыш барышын иртә менән килеп күҙәтте. Биләмәләге инфтраструктура үҫеше һәр кемдә шатлыҡ тойғоһо уятҡан.

Халыҡ-ара ярыштың иң көсөргәнешле этабы ҡалды. Иртәгә ойоштороласаҡ финал һөҙөмтәләре буйынса иң көслө спортсыларҙы бүләкләү тантанаһы уҙа.

Гөлназ Хәйбуллина