Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан ойошторолған саралар дауам итә

Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тыуыуына 105 йыл тулыу уңайынан ойошторолған саралар дауам итә. Сираттағы тантана Өфө фән һәм технологиялар университетында үтте. Унда бөйөк әҙиптең ҡыҙы Әлфиә Кәримова, яҙыусы һәм шағирҙар, уның тормошон һәм ижадын өйрәнеүселәр саҡырылғайны. Ҡунаҡтар Мостай Кәрим тураһында хәтирәләре менән уртаҡлашҡандан һуң, Башҡорт филологияһы, шәрҡиәт һәм журналистика факультеты студенттары ҡунаҡтарға яҙыусы тормошон сағылдырған әҙәби-музыкаль тамаша тәҡдим итте.

Осрашыуҙы «Мостай Кәримдең рухи мираҫы һәм донъя художество мәҙәниәте» тип исемләнгән конференция дауам итте. Халыҡ-ара сарала Ҡаҙағстан, Төркмәнстан, Ҡырғыҙстан илдәренән дә ғалимдар ҡатнашты. Бөгөнгө Өфө фән һәм технологиялар университеты - яҙыусының тыуған уҡыу йорто. Ул саҡта Тимирязев исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетын ул 1941 йылда тамамлай.