Владимир Путин Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы

«Рәсәй - спорт державаһы» халыҡ-ара форумының пленар ултырышында Владимир Путин Башҡортостан халҡын Өфөнөң 450 йыллыҡ юбилейы менән ҡотланы.

Ул шулай уҡ ил үҫешенә ҙур өлөш индергәне өсөн - хәрби, хеҙмәт, фәнни һәм спорт триумфтары өсөн республикала йәшәүселәргә рәхмәт белдерҙе. Форумда ҡатнашыусылар Башҡортостандың данлыҡлы ҡунаҡсыллығын лайыҡлы баһалар, был иҫ киткес, боронғо төбәктең тарихы, уның уникаль мәҙәни мираҫы һәм спорт традициялары һәм, әлбиттә, заманса ҡаҙаныштары менән ҡыҙыҡһынып танышыр, тип ышанам», - тип билдәләне Владимир Путин.

Владимир Путин Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Физик культураны һәм спортты үҫтереү буйынса совет ултырышын да үткәрҙе. Осрашыуҙа спортты үҫтереүҙә дәүләткә ҡарамаған ойошмаларҙың роленә ҙур иғтибар бүленде. Сара барышында президент Рәсәйҙә спорт менән идара итеү системаһын камиллаштырыу кәрәклеген белдерҙе. Бөгөн илдә 76 миллион самаһы кеше даими рәүештә спорт менән шөғөлләнә, был һанды арттырырға кәрәк, тип билдәләне Президент. Путин махсус операция ветерандарына ярҙам итеүҙе, уларҙы спорт ярҙамында реабилитациялауҙы дөйөм әхлаҡи бурыс һәм өҫтөнлөк тип атаны. Кәңәшмәлә күптән түгел совет составына Б индерелгән Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров ҡатнашты.