“Өфө-Арена” боҙ һарайында Рәсәй һәм сит ил спортсылары ҡатнашлығында бер нисә осрашыу ҡаралған. Бокс оҫтаһы Артур Собханғолов спорт яратыусыларҙы турнирға саҡыра.
На этой странице есть скрипты, которые не могут быть загружены в AMP-режиме.
Перейти на сайтБыйыл Артур Собханғолов Мәскәү өлкәһендә уҙған турнирҙа Танзания вәкилен еңде. Августа Өфөлә венгр спортсыһы Роланд Галосты еңеп, Европа чемпионы титулын яуланы. Бөгөн Данис Ғабдрафиҡов та рингка сыға. Ул Камерун боксеры Месси Элиме менән алыша. Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Азалия Әминева Һиндостан спортсыһы Раж Сахиб менән осраша. Бокс кисәһе яты сәғәттән башлана.