Башҡортостанда спорт медицинаһы бүлмәләре асыла

Республика Хөкүмәте ҡарарына ярашлы маҡсатлы документ ҡабул ителде. Спорт медицинаһын үҫтереү стратегияһы 2030 йылға тиклем иҫәпләнгән. Төбәктә 970 меңдән ашыу кеше спорт һәм физкультура менән даими шөғөлләнә. Уларға сифатлы медицина ярҙамы күрһәтеү өсөн шарттар булдырыла. Киләһе йылда Белорет, Күмертау, Нефтекама, Салауат, Сибай һәм Туймазыла спорт медицинаһы кабинеттары асыла. Бының өсөн 1 миллион 800 мең һум бүленә.