Башҡортостан ауылдарында мәшғүллек проблемаһы хәл ителә

"Ауыл биләмәләрен комплекслы үҫтереү" федераль программаһына ярашлы, республикаға 20 миллион ярым һум бүленгән. Аҡса халыҡҡа эшкә урынлашырға ярҙам итеү өсөн тәғәйенләнә. Ауыл хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, дәүләт ярҙамында 80 предприятие алған. Был программа 2020 йылдан ғәмәлгә ашырыла.