Өфөлә бокс кисәһе башҡорт спортсыларының абсолют еңеүе менән тамамланды

Ике тапҡыр Рәсәй чемпионы Азалия Әминева Һиндостан вәкиле Радж Сахибты еңде. Данис Ғабдрафиҡов 6 раундлы алышта Камерун спортсыһы Месси Элаймдан көслөрәк булып сыҡты. Артур Собханғолов 10 раундлы алышта Ҡытайҙан килгән бокс оҫтаһы Лиу Венсонгты еңде.  Башҡортостан Спорт министрлығының социаль селтәрҙәге төркөмөндә бокс кисәһенең сағыу мәлдәрен ҡарарға була.