Думала чайлдфриҙы пропагандалауҙы тыйыу тураһында закон проекты ҡаралды

Документ беренсе уҡыуҙа ҡабул ителде. Кешеләрҙе бала табырға баш тартыуҙан яҡлаған ҡанунды 388 депутат хуплаған, тип белдерә ил парламенты рәйесе Вячеслав Володин. Башланғыс ғәмәлдәге 6 федераль законға өҫтәмә була. Улар иҫәбендә педофилия, ЛГБТ һәм енесте алмаштырыуҙы пропагандалауҙы тыйыуға бәйле ҡанун бар. Закон боҙоусы кешеләргә 400, вазифалы кешеләргә – 800 мең, ойошмаларға 5 миллион һумға тиклем штраф ҡаралған.