Исемлеккә 9 физкультура-һауыҡтырыу комплексы, 5 бассейн, 2 боҙ аренаһы һәм 4 стадион индерелгән. Шулай уҡ Бокс үҙәге һәм Теннис академияһы һалына. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров министрҙар кабинетына ошондай бурыс йөкмәткән. Хөкүмәт премьер-министры вазифаһын башҡарыусы Андрей Назаров ошо турала белдерҙе. “Бөгөн республика спорт үҫешкән төбәктәрҙең береһе. Беҙҙә 2 миллиондан ашыу кеше даими спорт һәм физкультура менән шөғөлләнә. 6 йылда спорт тармағы бюджеты ике тапҡыр артҡан. Спорт объекттары һаны буйынса Башҡортостан илдә өсөнсө урында килә”, - тине Андрей Назаров.