Тантанала Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров, Рәсәйҙең спорт министрлығы, ишеү слаломы федерацияһы етәкселеге ҡатнашты. Яңы объектта тәүге күләмле спорт сараһы - «Ҡурай иле» Халыҡ-ара ярыштары ла уҙғарылды. Ярымфинал һәм финал этаптарын БЮТ хәбәрсеһе Гөлназ Хәйбуллина күҙәтте
Трамплиндан бер юлы дүрт спортсы кәмәләрендә төштө, финалға уларҙың икәүһе генә сығасаҡ. «Экстрим-слалом» дисциплинаһында иң мөһиме билдәләнгән маршрутты ҡыҫҡа ваҡытта үтеү. Бер береңә ҡамасауларға ярамай. Халыҡ-ара кимәлдәге ярыш ҡағиҙәләре үтәлешен утыҙға яҡын судья күҙәтә. Сарала ҡатнашыусылар Өфөләге ишеү слаломы үҙәге мөмкинлектәрен юғары баһалай.
Тау йылғаһын хәтерләткән трассаны ишеү слаломы буйынса Рәсәй йыйылма командаһы спортсыһы, Токиолағы Олимпия уйындарында ҡатнашҡан яҡташыбыҙ Алһыу Минәзева ла уңышлы үтте.
Алһыу Минәзева ҙур сәхнәгә сығып, ишеү слаломы үҙәгенең беренсе сиратын асыу тантанаһын да алып барҙы. Объект «Демография» милли проектының «Спорт - йәшәү нормаһы» федераль проекты сиктәрендә төҙөлгән. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Теплое күле эргәһендәге биләмәлә күләмле төҙөлөш эштәре дауам итәсәк тип билдәләне.
Яңы спорт комплексы асылыуға бәйле ҡотлау һүҙҙәре менән Рәсәйҙең Спорт министрлығы, ишеү слаломы федерацияһы етәкселеге лә сығыш яһаны.
Ишеү слаломы буйынса канау донъя стандарттарына тура килә. Уның оҙонлоғо - 250 метр. Уҡыу-күнекмәләрҙән тыш, бында Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдәге ярыштар уҙғарыу ҡаралған. Ә инде Башҡортостан спортсыларына көнләшергә лә мөмкин. Сөнки бындай спорт ҡоролмаһы - Рәсәйҙә иҫәп буйынса икенсе.
Өфөнөң Инорс биҫтәһендә урынлашҡан комплекста «Ҡурай иле» тип исемләнгән тәүге күләмле ярыштар уҙҙы. Баш ҡала халҡы квалификациялы йөҙөүҙәрҙе, экстрим-слаломды ҡыҙыҡһынып күҙәтте.
Ишеү слаломы үҙәге асылыуы урындағы спортсыларға ситкә йөрөмәй, Өфөлә ҡалып оҫталығын арттырыу мөмкинлеге бирә. Белгестәр фекеренсә, тап ошондай объекттар Башҡортостан статусын Халыҡ-ара кимәлдә нығыта.
Гөлназ Хәйбуллина