Турнир кисә генә асылған фехтование үҙәгендә үтте. Заманса фехтование үҙәге 6 мең квадрат метрҙан ашыу майҙанды биләй, бында 28 фехтование юлы, 373 тамашасыға иҫәпләнгән трибуналы универсаль зал бар. Ярыштар өсөн махсус залдар, тренажер зонаһы ҡаралған.
Үҙәк һөҙөмтәләрҙе теркәү системаһы менән йыһазландырылған, был Өфөлә халыҡ-ара кимәлдәге чемпионаттар уҙғарыу мөмкинлеге бирә. «Салауат ҡылысы» яңы үҙәктә үткәрелгән тәүге күләмле спорт ярышы. Спортсылар шарттарҙан ҡәнәғәт. Төрлө төбәктәрҙән килгән рапирасылар араһындағы ярыш ике көн дауамында барған һәм юғары кимәлдә үткән. Еңеүселәр 21 һәм 24 йәшкә тиклемге категорияла билдәләнде, икәүһендә лә 1-се урынды Башҡортостан рапирасылары яуланы.