Ике көнгә иҫәпләнгән ярыштарҙа илдең 8 төбәгенән йөҙгә яҡын спортсы ҡатнашты. Улар пауэрлифтинг, армрестлинг, өҫтәл теннисы, уҡтан атыу һәм башҡа дисциплинарҙа көс һынашты. Ил кимәлендә уҙғарылған күләмле сара - алғы һыҙыҡтан ҡайтҡан яугирҙарҙы адаптив спортҡа ылыҡтырыу буйынса алып барылған берҙәм эш һөҙөмтәһе. Сарала ҡатнашыусылар араһында волейбол буйынса Паралимпия уйындарының көмөш призеры Анатолий Крупин да булды.