Хәйбулла районында «Башҡорт баҡыры» компанияһы социаль обьекттарҙы модернизациялауҙа ҡатнаша

Балаларға уңайлы шарттар. Хәйбулла районында «Башҡорт баҡыры» тау-мәғдән компанияһы социаль обьекттарҙы модернизациялауҙа ҡатнаша. Тап был ойошма Подольск ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһында йылытыу системаһы тулыһынса яңыртырға ярҙам иткән, әлеге ваҡытта мәктәп автобустары өсөн йылы гараж төҙөүгә финанс ярҙамы күрһәткән. Яңы шарттарҙа эшләүсе мәктәпкәсә балалар учреждениеһы хвҡында киләһе яҙмала.

Подольск ауылындағы «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы ишектәре артында яҡты, уңайлы һәм йылы донъя асыла. Күләмле ремонт «Башҡорт баҡыры» тау-мәғлән компанияһы ярҙамында башҡарылған

Бында йылытыу системаһы реконструкцияланған Ике ҡатлы бинала торбалар һәм батареялар алмаштырылған. Шулай уҡ биләмә лә төҙөкләндерелгән.

Беҙгә ремонт эштәрендә ихлас ярҙамлашыусы ауылдаштарға рәхмәт һүҙҙәрен еткерәбеҙ. Беҙҙә йылытыу системаһы алмаштырылды, балалар баҡсаһына инеү зонаһы яңыртылды, ишек алдына асфальт түшәлде, ә уға тиклем капиталь ремонт уҙғарылды.

Ләйсән Ғәләнова, Подольск ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы мөдире

Балалар баҡсаһына 28 малай һәм ҡыҙ йөрөй. Хеҙмәткәрҙәр һәр баланың көнө шат, күңелле һәм мауыҡтырғыс үтһен өсөн бөтәһен дә эшләй. Ата-әсәләргә тәрбиә, белем биреү һәм туҡландырыу мәсьәләһе йәһәтенән борсолаһы түгел.

Балалар менюһында витаминлы һәм туҡлыҡлы аҙыҡтар ғына. Аҙыҡ сифатына айырым иғтибар. Иртә менән һөткә бешерелгән дөгө бутҡаһы, имкәккә май һалап бутерброд, һөтлө какао менән һыйланыҡ. Ә төшкө ашҡа алмалы сөгөлдөр салаты, рассольник, макарон һәм томатлы соуста тауыҡ ите. Балалар беҙ бешергән ризыҡты тәмле тип маҡтап ашай.

Ольга Янушкина, Подольск ауылының «Ҡояшҡай» балалар баҡсаһы ашнаҡсыһы

Бынан тыш Подольск ауылында «Башҡорт баҡыры» компанияһы иҫәбенә ике мәктәп автобусы өсөн модулле гараж төҙөлгән. Уның стеналары профлист менән йылытылған.Техниканы ҡарау өсөн дә шарттар булдырылған. Яҡын арала йылытыу системаһын, электр үткәргестәрҙе монтажлау тамамлана, ҡапҡа ҡуйыла.

йылы гараж булыуы водителдәргә оло шатлыҡ. Улар таңғы алтынан автобусты тоҡандырып, балалар артынан юллана. Яңы шарттарҙа эшләү бөтәбеҙ өсөн дә уңайлы.

Лилиә Ҡотоева, Подольск ауылы мәктәбе директорының тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары

Подольск ауылын төҙөкләндереү йылдам башҡарыла. Халыҡ мәҙәниәт учреждениеһының төҙөлөп бөтөүен дә түҙемһеҙләнеп көтә. Ауылда мәктәп, балалар баҡсаһы, мәҙәниәт усағы эшләй икән, тимәк, йәштәр тыуған ерҙәрендә ҡаласаҡ, ата-бабалар нигеҙе ҡоромаясаҡ.

Гүзәл Борханова