Башҡортостан спортсылары "Беҙҙең дәүер геройҙары" турнирында 10 миҙал яуланы

  Унда махсус хәрби операция ветерандары сығыш яһаны. Ярыштарҙа ил төбәктәренән  100-гә яҡын кеше ҡатнашты. Рәсәй Паралимпия комитеты президенты Павел Рожков белдереүенсә, Башҡортостан тәүгеләрҙән булып махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙы физкультура һәм спортҡа ылыҡтыра  башланы. Ҡатнашыусыларҙың еңеүгә  ынтылышы, ныҡышмалығы буйынса  был турнир күп халыҡ-ара ярыштарҙан кәм түгел, тине ул.