Республика Башлығы Радий Хәбиров Белоруссия делегацияһы менән осрашты

Минск ҡунаҡтары Өфөлә "Рәсәй - спорт державаһы" форумында ҡатнаша. Делегацияны Беларусь Олимпия комитеты президенты Виктор Лукашенко етәкләй. Осрашыуҙа физкультура, спорт һәм туризм өлкәһендә хеҙмәттәшлек темаһы ҡаралды. Радий Хәбиров мәктәп туризмын әүҙемерәк үҫтерергә тәҡдим итте. - Башҡортостан балаларын Белоруссияға килтерергә, Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында бындағы ҡаһарманлыҡ тураһында һөйләргә кәрәк, тине Республика Башлығы. Беларусь делегацияһы етәксеһе ике арала мөнәсәбәттәрҙең артабанғы үҫешенә ышаныс белдерҙе.