Тантанала Радий Хәбиров ҡатнашты. - Өфөлә уникаль объект, ҡатмарлы гидротехник ҡоролма - ишкәкселәр комплексын асабыҙ. Йылы күле тирәләй эштәрҙе дауам итергә вәғәҙә бирҙем. Тиҙҙән бында тағы бер объект төҙөү башлана. Кисә Фехтование үҙәге асылды, Көрәш һарайында сара үтте. Республикала күп спорт объекттары төҙөлә. Өлкәндәр һәм йәштәрҙең тыныс һәм уңайлы шарттарҙа спорт менән шөғөлләнеү мөмкинлеге булырға тейеш, тине Радий Хәбиров. Республика Башлығы шулай уҡ дәүләт наградаларын тапшырҙы. Ишкәкселәр комплексы "Спорт - тормош нормаһы" федераль проектына ярашлы төҙөлдө. Бының өсөн 825 миллион һум тотонолдо.