Бөгөн көрәш һарайында Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышы үтте.
Ултырышта «Рәсәй- спорт державаһы» 12-се форумына йомғаҡ яһалды. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән спорт объекттары һәм уларҙың әһәмиәте тураһында билдәләнде. Республикала спортты үҫтереүгә ҙур өлөш индереүселәргә һәм форум ҡунаҡтарына дәүләт наградалары тапшырылды.