Журналистар яугирҙарға. Махсус хәрби операция биләмәһенә республика киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре үргән маскировкалау селтәрҙәре килеп етте. Башҡортостан мотоуҡсылар полкы яугирҙарына һаҡланыу материалын республика журналистар союзы рәйесе Вәдүт Исхаков етәкселегендәге делегация тапшырҙы.
Махсус хәрби операция биләмәһенә эш сәфәре барышында республика журналистары яугирҙар менән яҡындан аралашты. Ижади багажын яңы героҙары менән тулыландырҙы. Улар тураһында материалдарҙы республика матбуғаты биттәрендә һәм «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы сайтында уҡырға мөмкин буласаҡ.