Ғафури районынан умартасы XVIII быуатта йәшәгән ҡарт олатаһының кәсебен тергеҙгән

Бөгөн ул шөғөлөн яңы кимәлгә күтәреү маҡсатында федераль грант та яулаған. Башҡортостандан 9 проект араһынан һайлап алынған 4 эш араһында Ғафури районынан шәхси эшҡыуар ҙа бар. БЮТ хәбәрсеһе Азат Ғәлиуллин дауам итә.

Линар Сөләймәнов миҙгелде уңышлы тамамлап, умарталарҙы ҡышҡылыҡҡа әҙерләгән. Быйыл ул бал юҡлыҡҡа һылтанып ултырмай, республиканың төрлө райондарына сығып эшләй. Туғандарына ла, һатыуға ла етерлек продукция айыртып алыуға өлгәшә. Шәхси эшҡыуар ҡасандыр Стәрлетамаҡта ҙур предприятиеларҙың береһендә бухгалтер, иҡтисадсы, маркетинг һәм һатыу өлкәһендә эшләй. Умартасылыҡ замандашыбыҙҙың тормошон ҡырҡа үҙгәртә.

Тәүҙә мин ғәҙәти булмаған проекттар һәм франшизалар менән ҡыҙыҡһындым. Улар бөтөнләй башҡа бизнес өлкәләренә ҡоролған: магазин һәм икмәкхананан детейлинг студияһына тауарҙар килтереүгә тиклем. Әммә бындай эшкә тотонорға оҙаҡ ҡына баҙнат итмәнем. Умартасылыҡ менән булышҡан ҡайныма ярҙамлашҡанда, тормош иптәшем менән бергә ошо тармаҡта үҙебеҙҙе лә һынап ҡарарға булдыҡ. Күңел дә тарта ине. Сөнки ҡарт олатайымдың да үҙ умарталығы булған. Быны мин ревиз әкиәттәре аша белдем.

Линар Сөләймәнов, шәхси эшҡыуар

Маҡсат оҙаҡ көттөрмәй. Замандашыбыҙ «Агростартап» дәүләт программаһы ярҙамында эшкә ныҡлап тотона. Бал ҡорттары күстәре менән бергә, кәрәкле эш ҡоралдары, умарта ултыртыр ер участкаһы ала. Кәсепте дүрт йыл ныҡлап өйрәнгәндән һуң, Линар Сөләймәнов үҙен агротуризм тармағында һынап ҡарарға була.

Башҡортостандан федераль грантҡа тәҡдим ителгән 9 бизнес-пландың дүртәүһе уңышлы тип табыла. Улар араһында Линар Сөләймәновтың эше лә бар.

Артабан да эште киңәйтеп, тәбиғи балауыҙ нигеҙендә косметик продукциялар етештереү маҡсатын ҡуябыҙ. Ғафури районында агротуризмды үҫтереү өсөн бар мөмкинлектәр тыуҙырылған. Әле ҡуртымға алған ер участкаһында уңайлы ҡунаҡ йорттарын төҙөмәксебеҙ.

Линар Сөләймәнов, шәхси эшҡыуар

Ә агротуризм үҫтерәләсәк биләмә осраҡлы һайланмаған. Ташаҫты менән Имәндәш ауылдары эргәһендә урынлашасаҡ комплекс хозур тәбиғәте менән һоҡландыра. Шуға ла Еҙем йылғаһы буйлап йөҙөү, Киндерле мәмерйәһенә сәйәхәт ойоштороу ҙа күҙаллана. Эш киләһе йыл тормошҡа ашырыла башлар тип көтөлә.

Азат Ғәлиуллин