Баш ҡалала физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышы үтте

Бөгөн көрәш һарайында Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышы үтте. Йыйылышта шулай уҡ «Рәсәй-спорт державаһы» форумына килгән ҡунаҡтар, билдәле спортсылар, чемпиондар ҡатнашты.

Башҡортостан спорт форумын үткәреүҙә башҡаларға өлгө күрһәтте. Ҡыҫҡа ғына ваҡыт эсендә төҙөлгән мөһабәт объекттар, республиканың донъя кимәлендәге спорт ҡаҙаныштары быны асыҡ иҫбатлай. Башҡортостан башлығы ҡарамағындағы физик культураны һәм спортты үҫтереү мәсьәләләре буйынса советы ултырышында күләмле сараны йомғаҡлап алдағыһына бурыстар билдәләне.

Спорт менән шөғөлләнеү олимпия уйындарында еңеү өсөн генә түгел, яу ҡырында ла кәрәк. Был фекерҙе Рәсәй Геройы Рөстәм Сәйфуллин еткерҙе. Махсус хәрби операцияла аяғына ҡаты яраланып та иҫән ҡалыуын ул тап спорт менән физик яҡтан нығынған булыуына бәйләй. Төмән өлкәһендә тыуып үҫкән яугир спорт менән шөғөлләнеү һәр ауылда юғары кимәлдә ойошторолорға тейеш тигән теләк белдереҙе. Реабилитация үтеүсе хәрбиҙәрҙе спортҡа ылыҡтырыу өсөн шарттар булдырыу кәрәклеген әйтте.

Ултырышта республика спорт премияһының быйылғы лауреаттары тәбрикләнде. Адаптив спорт буйынса йыл тренеры исеменә Хәлил Шаммасов лайыҡ булды.

Киләһе йыл Рәсәй- спорт державаһы форумы Һамар өлкәһендә үтә. Тыумышы менән Һамар өлкәһенән булған Башҡортостандың спорт министры Руслан Хәбибов күрше өлкәгә сараны ойоштороуҙа ярҙам итәсәген белдерҙе.

Рәмилә Исмәғилева