Мәскәүгә юғары тиҙлекле поезд, Сухумға самолет һәм граждандар йәмғиәте башланғыстары

Мәскәүгә юғары тиҙлекле поезд, Сухумға самолет һәм граждандар йәмғиәте башланғыстары. Башҡортостан башлығы рәйеслегендә үткән Хөкүмәт кәңәшмәһендә ошо һәм башҡа мәсьәләләр ҡаралды. Йылытыу миҙгеле менән бәйле һорауҙар, аграр тармаҡтың эшкәртеү секторын үҫтереү мөмкинлектәре тикшерелде. Төп темалар тураһында БЮТ хәбәрсеһе Рәмзиә Кәримова репортажы.

Башҡортостандың ауыл хужалығы предприятиелары былтыр экспортҡа 230 мең тонна продукция оҙатҡан. Дөйөм сумма 328 миллион доллар, был алдағы йыл менән сағыштырғанда 12 процентҡа күберәк. Белгестәр фекеренсә, ҡатмарлы осорға ҡарамаҫтан эшкәртеү ҡеүәтенең артыуы дәүләт ярҙамы менән бәйле. Эшкәртеүселәргә субсидиялар ҡаралған.

Ысынлап та һуңғы йылдарҙа төрлө тармаҡтарҙа ла федераль һәр республика программаларында ҡатнашыу, гранттар, субсидиялар алыу йыш күҙәтелә. Был төбәктә йәмәғәтселектең әүҙемлеге, урындағы башланғыстарҙың һәр этапта ла хуплау табыуы менән бәйле. Мәҫәлән, үткән аҙнала Башҡортостандың социаль йүнәлештәге коммерция булмаған ойошмалары федераль рейтингта икенсе урын яулаған. Радий Хәбиров билдәләүенсә, гранттар системаһы ла әүҙем ҡулланыла.

Оператив кәңәшмәлә тимер юл селтәрен үҫтереү тураһында ла һүҙ барҙы. Өфөнән Туймазыға тиклем ҡала яны поезы ебәреү, Өфө-Белорет электричкаһының маршрутын Магнитгорскийға тиклем оҙонайтыу планлаштырыла. Декабрҙә Мәскәүгә тиклем юғары тиҙлекле поезд йөрөй башлай.

Авиарейстар буйынса ла яңы маршруттар көтөлә. Абхазия президенты Аслан Бжания Өфөнән Сухумға тура рейс асыу тәҡдимен индергән.

Хөкүмәт кәңәшмәһендә күтәрелгән башҡа һорауҙарға килгәндә, Радий Хәбиров йылытыу миҙгеленең ауырлыҡ менән башланыуын билдәләне, халыҡтың тәнҡитләүен ғәҙел тип белдерҙе. Республика башлығы шулай уҡ Федеровка һәм Көйөргәҙе районы үҙәктәрендәге бассейндарҙы тиҙ арала төҙөп бөтөү бурысын ҡуйҙы.

Рәмзиә Кәримова